Мамбетова Нафиса Хайрулловна. Учитель башкирского языка и литературы. Стаж 30 лет. Образование высшее, БГУ 1989. Категория высшая. Результаты педагогической деятельности в 2011-2012 учебном году учителя МОБУ СОШ с.Акмурун Баймакского р-на РБ Мамбетовой Н.Х. за 2011-12гг.
|
|
Жизнь 9 а класса (кл.рук.Мамбетова Н.Х.)
|
Ҡышҡы уйҙар. (Мәмбәтова Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы) «Тормош хәҙер бигерәк яҡшы, Һәр кем үҙенсә йәшәй. Йәштәр уҡый, белем ала, Кемдер тырышып эшләй», - Тигән яҡты уйҙар менән Киске урам буйлап атлайым. Еремә ҡыш килә. Шатланамын Ап-аҡ сихри ҡар яуған һайын. Тирә-яҡты нурға сорнап, Ябалаҡ ҡарҙар яуа. Тәбиғәттең аҡ нурынан Табам күңелгә дауа. ... Сеү! Ни өсөн шулай ҡапыл Минең күңел ҡырылды? Әйтерһең, был баҫҡан ерем Ҡап урталай ярылды. 7)Илаһи бер матур кистә Бер сибәрҙе осратам. «Әллә тартып торамы», - тип Аптырайым, баш ватам. ... 16)Тәмәкесе 10 йылдан һуң Үҙе менән был донъяла. Ни булырын уйламай, Һаман үҙен ағыулай, Бер көн менән йәшәгәнгә Киләсәген ҡайғыртмай. Тәмәке төтөнө үҙендә 3 төрлө ағыу туплай. Ыҫмалаһы, никотины Кешелекте ағыулай. ... Беҙҙең осорҙа спортты Алға ҡуя күп кеше. Үҙ-үҙеңә көрәш ас Тапһаң ихтыяр көсө. Таҙалыҡ -һаулыҡ нигеҙе, Спорт менән дуҫлаш әйҙә, Йоҡлап ятма, иртә менән Зарядкаға баҫ әйҙә. ... Беҙҙең яҡта спортсмендар, Һанаһаң, бик күп инде. Ярышта еңеп сығалар, Һыҙғанғас ике еңде. ... Башҡорт ҡымыҙы исемен Күтәргәндәр бейеккә. «Батырҙар эсемлеге» тип Атамағандар юҡҡа. Ҡымыҙ эскән егеттәр Көрәштә ал бирмәгән. Ниндәй ярыштар булһа ла, Уны һис кем еңмәгән. Чехов, Толстой, Лермонтов та Ҡымыҙ эсеп йүнәлгән. Сихри көскә эйә бит ул, Дауалағас йүтәлдән. ... Ошо уйҙар менән, яҡын килеп, Тәмәкесе ҡыҙға күҙ һалдым. Ни өсөндөр үҙ-үҙенә: «Бүтән быны тартмам!» - тигәс, Бер ни ҙә мин аңлай алманым. Әллә уйҙарымды һиҙҙе инде? Әллә ҡарашымдан аңланы? Тиҙҙән әсә булыр сибәркәйем Әллә мине юрый алданы? Ни әйтергә белмәй ҡалдым. ... Әллә… …Хистәремде һиҙмәйенсә, аҡ ҡар Ябалаҡлап яуа ла яуа. Ҡарым яуа ла яуа, Биреп күңелгә дауа. Тирә- яҡта саф һауа, Ҡарым яуа ла яуа… © akmschool |